Филиал муниципального автономного учреждения культуры
«Центр народного творчества»
2-Иткуловский сельский многофункциональный клуб
logo
Икенсе Этҡол күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорто, Баймаҡ районы муниципаль районының халыҡ ижады үҙәге муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы филиалы
453647, Республика Башкортостан, Баймакский район, с. 2-Иткулово, ул. Ленина, д.1
тел. +7 (347 51) 3-12-28; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

1октябрҙә Халыҡ – ара Ололар көнө

1октябрҙә Халыҡ – ара Ололар көнө билдәләнә. Байрам уңайынан мәҙәниәт йортонда өлкән йәштәге ауылдаштар өсөн матур сара үтте. Байрамға килеүселәрҙе Гөлсөм Заһит ҡыҙы тәбрикләне. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Динар Батыр улы, Фирүзә Ришат ҡыҙы, китапханасы Фәниә Зиннәт ҡыҙы концерт номерҙары менән сығыш яһанылар. Сәй табыны артында өлкән йәштәге инәй, апай – ағайҙар үҙ – ара йәнле аралашып, күңелдәре булғансы бейеп, ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп таралдылар.
Сараны юғары кимәлдә үткәреү өсөн спонсорлыҡ ярҙамы күрһәткән ауылдаштарға ныҡлы сәләмәтлек һәм эштәренең уң булыуын теләйбеҙ. Бына улар:
Аманғолов Таһир Илдус улы
Ғүмәров Айбулат Альберт улы
Сирғәлин Риза Хөрмәт улы
Әхмәтшин Айнур Альберт улы
Хөсәйенов Айтуған Сибәғәт улы
Кирамова Эльвира Хөрмәт ҡыҙы
Мәмбәтҡолов Шәфҡәт Рәмил улы
Ғафарова Дания Урал ҡыҙы.
Клуб алдында йәрминкә ойошторолдо.
Бөгөн шулай уҡ фельдшер Альбина Сибәғәт ҡыҙы һәм Гөлсөм Заһит ҡыҙы менән өлкән йәштәге ауылдаштарыбыҙҙың өйҙәренә барып байрам менән ҡотланыҡ. Беҙҙе алып йөрөүсе Гребнев Вадимға рәхмәт белдерәбеҙ. Оло йәштәге ауылдаштарыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, оҙон бәхетле ғүмер, күңел тыныслығы, именлек теләйбеҙ.