Филиал муниципального автономного учреждения культуры
«Центр народного творчества»
2-Иткуловский сельский многофункциональный клуб
logo
Икенсе Этҡол күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорто, Баймаҡ районы муниципаль районының халыҡ ижады үҙәге муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы филиалы
453647, Республика Башкортостан, Баймакский район, с. 2-Иткулово, ул. Ленина, д.1
тел. +7 (347 51) 3-12-28; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

Азамат Әғзәм улының хәтер кисәһе

11 июнь көнө 2-се Этҡол ауылында Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты Азамат Тажетдиновтың хәтер кисәһе үтте. Уның яҡты иҫтәлегенә арналған “Халҡына дан йырланы” ижади конкурсының еңеүселәре билдәләнде. Азамат Тажетдиновтың улы, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Азамат улы Тажетдиновтың “Атайымдың эшен дауам итеп” исемле китабы халҡының һәм ауылының тарихы, үҙ шәжәрәһе, йорт-ил яҙмышы, ауылдың күренекле шәхестәре менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн ысын хазина. Сараларҙы ойоштороуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә оло рәхмәт.