Филиал муниципального автономного учреждения культуры
«Центр народного творчества»
2-Иткуловский сельский многофункциональный клуб
logo
Икенсе Этҡол күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорто, Баймаҡ районы муниципаль районының халыҡ ижады үҙәге муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы филиалы
453647, Республика Башкортостан, Баймакский район, с. 2-Иткулово, ул. Ленина, д.1
тел. +7 (347 51) 3-12-28; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

“Йәгеҙ әле егеттәр “

Бөгөн Икенсе Этҡол ауыл клубында “Йәгеҙ әле егеттәр “ярышы булып үтте.Ярышта Икенсе Этҡол һәм Байым ауылдары командалары ҡатнашты.Егеттәр үҙҙәренең көстәрен ,зирәклектәрен һынашты.. Байрамға йәм өҫтәп Фәниә Мажитова ,”Йәйғор”ансамбеле солисткаһы Сәғирә Магазова һәм ҡыҙҙары. “Сыбалайыр һылыуҙары”Байым ауылы клуб мөдире Гөлнара апай менән еҙнәйҙең йырҙары яңғыраны. Барлыҡ ҡатнашыусыларға , ярышыусы егеттәргә жюри ағзалары Альмухаметов Рамил ағай менән Ишҡыуатова Гөлнара апайға ла сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ .
Ошо сарала матур бүләктәр өсөн спонсорлыҡ ярҙамы күрһәткән Исянгужин Айбулатҡа айырыуса рәхмәтлебеҙ.Ҡайҙа йөрөһә лә һау булһын,имен йөрөһөн . Байрам менән !!!!