Һабантуй – беҙҙең халыҡтың иң яратҡан байрамы
Һабантуй – беҙҙең халыҡтың иң яратҡан байрамы. Ул беҙҙе туғанлаштыра, дуҫлаштыра, осраштыра һәм берләштерә. Бөгөн дә халыҡ тырышып эшләп, беҙҙең районыбыҙ һәм Башҡортостандың үҫешенә ҙур өлөш индерә. Алыҫ араларҙы яҡынайтып байрамға ҡайтҡан райондаштарыбыҙ уңышлы эшләп, матур йәшәп яҡындарын һәм туғандарын ҡыуандыра. Икенсе Этҡол ауылынан да “Сәскә” һәм “Аҡ ҡайын”. бейеү түңәрәктәре ихлас ҡатнашты. Дәртле ,”Һыбайлылар””Ситән үреү” һәм “хәрәкәттә , бәрәкәт” бейеүҙәре һабантуйға йәм өҫтәне.